Ялан Бөрйән ырыу шәжәрәһе (1710 йылдан)


Ялан Бөрйән ырыу шәжәрәһе
Өс быуындың мәктүб телмәре
Силсиләле шәжәрәле башҡорт, Ялан Бөрйән ырыуы,
Ғабдулла бине Ғәббәс (улы)
Вөжүдкә килеүем (тыуыуым) сәнәи һижриә 1091 сәнә (йыл) сәнәи миладиәд 1680 сәнә. Йәтим бала улмактан аҙ гилемле улдым. Мал утлатып йөрөгән ҡаҙаҡлар бәне алып ҡайтып киттеләр беҙҙә мөлдәкә улырһың тип. Бән разый улдым. Жайыҡтың (Яйыҡ йылғаһы)ҡыбланан тәнгә ҡарай бөгөлгән ерендә ҡаҙаҡ мәҡамына барғанда бәңә 20 сәнә ирҙе. Биш йыл мөлдәкә улғас, бер ҡаҙаҡ бейе бәңә зәүжәлеккә (ҡатынлыҡҡа) ҡыҙын вирҙе. Исеме-шәрифе Баһмал ирҙе. Зәүжә алғас, дәхи (тағы)
биш йыл мөлдәкә улғас, үҙ ырыуыма Ирәндек аҫтына, Ҡушкүл ҡырыйына ҡайтырға уйланым. Зәүжәмә кәңәш иткәч, ул разый улды. Бабам Иҫәнбайға кәңәш иттем, улда разый улды. Бабам Иҫәнбай бәңә 10 йылҡы, 5 һыйыр, 10 ҡуй вирде. Оҙата барҙылар ике ҡайнаға булған әҙәмнәр. Зәүжәм хәмүлә ирҙе. Ирәндеккә еткәнсе, Ҡушкүлгә ике мил ҡалғас, зәүжәм улан килтерҙе. Шунан бер ҡайнағамды үҙ тумаларыма
ҡаршы килергә ебәрҙем. Бер ағай булған кеше Мөхтәр бәне ҡаршы ала килде, ҡаҙаҡ ҡайнағам Дүсәнбай ҙа килде. Мөхтәр ағам беләнкүрешкәс, ул «хәйерле улһын, килен улан килтергән икән, юлығыҙ ҡотло улһын, бәрәкәлла» тине.Шунан малдарыбыҙҙы әйҙәшеп ҡайтып киттек. Тумаларым ҡаршы алдылар. Мона йәтим бала ҡалай ҡайтты, тип ҡыуанышдылар.Ҡайтып ун көн торғас, бер ҡуйҙы һуйырға, балаға исем ҡушырға улдым.Исем туйына тумаларымды йыйҙым. Баланы алға килтереп һалғас, мулла бабай: «Кем тип ҡушабыҙ?» тип минән һораны. Мин «белмәйем, ағайҙар белә» тинем. Ҡаршы барып алған Мөхтәр ағай: «Мин бал балаға Ғабдулла менән күрешкәс тә исем ҡуштым» тип көлөп ебәрҙе. Ағайҙар ҙа көлдөләр, беҙҙең Мөхтәр мулла икән, тип. Мулла бабай һораны: «Ни куттың?» - тине. «Ғабдулланы күргәс тә котло юлға сыкҡанһығыҙ икән тип, бәрәкәлла, - тинем. - Мәхкәм (анык) күрсәгеҙ, был баланы Ҡотлоюл тип, кушайыҡ», - тине. Мулла бабай «Бәрәкәлла, тине, бик матур исем. Юл бүләге тигән мәғәнәгә килә». Мулла аҙан әйтеп, балаға исем ҡушты сәнәи һижриә 1121 сәнәсә, сәнәи миладиә 1709 сәнәлә.Шунан бән милек короп донъя көтә башланым. Малдарым уңышка китте.
Был заман ялан бөрйән ыруғы, ҡыпсаҡ ыруғы, үҫәргән ыруғы, Түңгәүер ыруғы, Урман бөрйән ыруғы бер-ьереһенең малын ҡыуып апҡайтып, барымталап араларҙа бик ҙур низағтар булды. Был һаҡсы илән. Тимер ҡоралдар илән. Был вәкил илән килгән һаҡсылар ҡатын- ҡыҙға мәсхәрә ҡылырға уйлайҙар. Килгән вәкил Ҡушкүлдә кимә илән сәйәхәт итеп йөрөгәндә Кирәй тигән ғәййәр башҡорт ҡамыш араһында ултырып аны уҡ илән атып йәрәхәтләй. Шунан был вәкил һаҡсыларын алып күл тирәләрендәге башҡорттарҙы алдыныраҡ йөрөгәндәрен хөкөм итә башлай ҡамсы һуғыу илән. 15-шәр, 20-шәр ҡамсы һуҡтыра. Башҡорттар ҡурҡа башланылар. «Юҡ, беҙҙе харап итәрҙәр, беҙ бынан китәйек» тип кәңәштеләр. Был ваҡиға сәнәи һижриә 1125 сәнәлә, сәнәи миладиә 1713 сәнәлә. Бәнем ҡыҙым Ҡолбәғиҙә донъяға килде шошо йылда. Дәхи Гөлзәбиҙә донъяға килде сәнәи һижриә 1130 сәнәлә. Гөлзаһида 1135 сәнәлә донъяға килде. Кәңәшләшеп Ҡушкүлдән күсәргә булдыҡ. Күсә башланыҡ 1135
сәнәлә. Ирәндектән 30 мил (240 саҡырым) ҡәҙәре Иҙелдең ҡиблаға ҡарай ағып, төнгә ҡарай бөгөлгән бөгөлмәгә килеп ултырҙыҡ Күндәк тауынан (Көнгәк тауы Мәләүез районы) 2 мил өҫтә.Монда килеп ултырғанда бәңа 45 сәнә ирҙе. Бәнем уғлым Зәйнәғәбдин донъяға килде сәнәи һижриә 1140 сәнәлә, сәнәи миладиә 1727 сәнәлә.1141 сәнәлә Ҡотлоюл уғлыма зәүжә алып вирдем урман берйән ыруғы Атайсал тигән тау ҡырыйынан. Ҡыҙым Ҡолбәғиҙәне зәүжәлеккә вирдем үҫәргән ыруғына Сүрәнле һыуы (Зианчура р-ны) буйына, Өсөнсө үҫәргәнгә. 1145 сәнәлә. 1150 сәнәлә әбейем үҙ тумаһына ҡунаҡҡа варды Гөлзәбиҙә илән саратан айында. Ике ай йөрөп ҡайтты. Гөлзәбиҙәне тумалары димләшеп бер бей булған ҡаҙаҡҡа виреп ҡайтты. Ҡайтып килгәндә Әсәнсә үҫәргәнгә ҡереп Ҡолбәғиҙәлә 15 көн ҡунаҡ булып ҡайтты.
Дүртенсе үҫәргәндә уҡыу бик шәп тип Зәйнәғәбдинде уҡырға килтереп ташлағыҙ,тине Ҡолбағиҙә. Бын был һүҙҙе мәғкүл (урынлы) күрҙем. Зәйнәғәбдинде 10 сәнәһендә үк апарып ҡуйҙым. 20 сәнәһенә ҡәҙәр уҡыны. Бик яҡшы ғилем алды. Яҙ ҡайтып, көҙ китеп уҡыны.1151 сәнәлә Ҡотлоюл уғлымды фираҡ ҡылдым (башҡа сығарҙым).
Үҙ алдына мәҡам итә (донъя көтә). Бик ғәййәр, уҫал улды, бәнем һүҙем тыңламаны.
1162 сәнәдә Зәйнәғәбдин уғлыма зәүжә алып вирдем Сүрәнле буйынан, Дүртенсе Үҫәргәндән.Гәлзаһида ҡыҙым 1151 сәнәлә мал баҡҡанда аттан тәгәрәп аяктин ғәрип улып ҡалды. Гөлзаһиҙа, Зәйнәғәбдин бер ғаиләлә йәшәйбеҙ. Имде бәнем ҡүҙем күрмәй.
Был шәжәрәне уғлым Зәйнәғәбдингә аманат итеп ҡалдырам.
1165 сәнәлә үҙ ғүмеремдә улған ваҡиғаларымды мәктүбә ҡылдым (яҙҙым).
Габдулла бине Ғәббәс
Мин атамдың шәжәрәһен ҡабул итеп алдым. Атам 75 сәнәлә (йәштә) ирҙе, үҙем 25 сәнәлә.
Силсиләләе башҡорт, ялан бөрйән ыруғы,
Зәйнәғәбдин бине Ғабдулла. (улы)
Бынем вежүдкә килгән йылым сәнәи һижриә 1140 сәнәлә, сәнәи миладиә 1727 сәнәлә.Бәне атам һабаҡҡа виргән Сүрәнле һыуы буйы Өсөнсө үҫәргәнгә (д. Кугарчи Зианчуринский р-н). Бән анда йәй ҡайтып, көҙ китеп 10 йыл мөғәмәлә сиктем. Яҡшы ғыне мәғлүмәт алдым. 1159 сәнәлә һабаҡтин туҡтаным. 1160 сәнәлә Иҙег буйында, үҙебеҙҙең ялан Бөрйән ыруғында балалар уҡыта башланым Имаматлыҡ итәм. Атам бәңә зәүжә алып вирде 1162 сәнәлә. Исеме-шәрифг Фатима ирҙе. Анам вафат булды 1173 сәнәлә, атам вафат улды 1178 сәнәле "Йәберҙәре Иҙел буйында. Бәнем 1168 сәнәлә уғлым туғды. Исеме Ғүмәр ирҙе. 1173 сәнәлг вафат булды. Уғлым Искужа донъяға килде сәнәи һижриә 1171 сәнәлә, сәнәи милади 1757 сәнәлә.Был Иҙел буйында беҙҙең Ялан Бөрйән ыруғы 114 ғаилә ирҙе. Был урында ҡыш мал утлай алмай, тауҙар урманлы. Халайыҡтар мал ҡыш утларҙай ергә күсәйек тип кәңәш иттеләр. Шунан ике кеше һайлап ат мендереп ебәрҙеләр. Ун көн йөрөп ҡайттылар Торатауҙан 2 мил кояш бағышында, ер оҡшатып. Был ваҡиға 1175 сәнәлә ирҙе. Был күсеүҙән туҡталып ҡалдылар. Хөкүмәт тарафынан әҙәмләрҙең исемдәрен яҙып алғас, кешеләр шикләнделәр. Беҙҙең ыруғҙан - аксакал тип хужа һайлап киттеләр. Ул аҡһаҡал кешеләрен тапшырҙы.1178 сәнәлә көҙ көнө ҡаты буран сығып, бик күп кешенең малдары Иҙел һыуына төшөп, күп кеше йылҡыһыҙ тороп ҡалды. Был ваҡиғанан һуң 1179 сәнәлә 10 кеше барып ҡаранылар ул Торатауҙан ҡояш сағышындағы урынды, «һәйбәт урын, күстек», тинеләр алар. 1180 сәнәлә күсә башланылар. Торатауҙан ҡояш сығышынан урын мал аҫрау өсөн ләйәкәтле (уңайлы) урын.
1193 сәнәлә хөкүмәт тарафынан беҙҙе «был Бөрйән ыруғларын ҡыуып ебәрәбеҙ, гимер рудаһы асабыҙ», тип күсәргә бер генә йыл миһләт (ваҡыт) вирҙеләр.Шунда дәхи ер эҙләргә кәрәк. Шунан өс кеше ер эҙләргә сығып китте: Бүләкәй углы Көнәфей, Миһран углы Садиҡ, Ғабдулла углы Зәйнәғәбдин төнгә ҡарап киттек. Ашҡаҙар һыуын үткәндә Айыусы ауылы туры булды. Башҡорттар: «һеҙ ҡайсы ауыл?» - тип һоранылар. «Беҙ ауыл түгел, Ялан Бөрйән ыруғы», - тип әйттек, «һеҙ Ирәндек ҡасҡылары икән», тип көлдөләр. Беҙҙе өйрәттеләр: Мона Дим тигән һыу буйында, ҡояш байышында башҡорт ыруғҙары бар, мал утлатыу өсөн бик яҡшы урындар.Беҙ шунда дәхи киттек. Шунан "Калкаш тигән бер башҡорт ауылына осраныҡ. Ул башҡорттар "Кара Иҙел башынан килгәндәр. Шунан алар әйттеләр: «һеҙгә әллә ҡайҙа бармағыҙ, мона ҡибла тарафында 2 мил ҡәҙәре ерҙә мал утлатыр өсөн бик ләйәҡәтле урын бар».Шунан беҙ ул урынды барып ҡараныҡ. Бик оҡшаттыҡ. Шунан кире килеп, "Калкаш ауылында беҙҙе бик яҡшы ҡунаҡ иттеләр. Шунан ул башҡорттар йомаға барабыҙ, тип ат менән йөрөйҙәр. Шунан бән һораным: «"Найҙа бараһығыҙ йомаға?» - тинем. «Мона мил ярым ерҙә "Казан яғы Әлмәттән килгән татарҙар һыу башында ултырҙылар, бик шәп дәрес әйтәләр». «Алай булһа беҙҙе лә алып барығыҙ», - тинем. «Барығыҙ. Ғибәҙәткә кеше кешене алып бармай» - тинеләр.Беҙ өчөбөҙ ҙә атҡа атланып барҙыҡ. Ихатаға аттарны бәйләп ҡуйҙыҡ. Йомаға уҡырға керҙек. Йома уҡып тамам булгас. Мәҙинә мәҡамы (көйө) илән ҡорьән уҡып ебәрҙем. Хилкаҙағы (түңәрәктәре) ултырған халайыҡтарҙың барының да миндә күҙҙәре. Хәҙрәт алдан сыҡты ла ихатала тора. «Мосафир (юлсы) һин ҡайһы ҡәрйәнән?» - тип һораны. Бән яуапвирҙем: «Беҙ Ялан бөржйән ырыуғы», - тип. Шунан хәҙрәт бәне әүҡәткә (һыйға) өндәрне. «Ярай, хәҙрәт, бән юлдаштарымдан айырылмайым», - тинем. «Бәлки (шулай), - тине хәҙрәт,— юлдаштарыңды ла алып бар». Өсәүләп ат етәкләп барҙыҡ. Хәҙрәт бик яҡшы ауҡәт (һый) әҙерләгән. «Мосафирҙар, ни сәбәп илән килеп сыҡтығыҙ?» - тине. «Хәҙрәт, ер эҙләп йөрөйбөҙ», - тинек. Хәҙрәт әйтте: «Мона 2-3 мил ҡәҙәре ерҙә, һеҙ бит башҡорттар, мал утлатырға бик яҡшы урын», - тине. «Хәҙрәт, беҙ ул урынды күреп килдек, - тинем бән. - 'Калкаш башҡорттары әйткәс, барып ҡараныҡ. Беҙгә лә оҡшаны», - тинем. Хәҙрәт: «Килегеҙ. Беҙгә юлдаш булырһығыҙ», - тине. «Мосафир егет, ҡайҙа уҡының?» - тип минән сораны, Бән яуап бирҙем: «Сүрәнле буйы Өсөнсө Үҫәргәндә» -тинем. «Бәлки, - тине, - Рәхмәт Шафи хәдрәттә уҡығанһың икән! Казанда ла ул бик мәшһүр»,Мосафирҙар, һеҙ килергә тырышығыҙ. Беҙгә юлдаш булырһығыҙ. Беҙҙең ҡәрйәбеҙҙе Стәрлебаш тип йөрөйҙәр. Дүрт мәҙрәсә бина ҡылдыҡ, ике имам бар, һигеҙ дәрес биреүсе хәлфә бар... Мосафир, һинең исем-шәрифең кем була?» «Зәйнәғәбдин», - тип яуап вирҙем. «Килергә тырышығыҙ. Мәҙинә мәҡамын өйрәтерһегеҙ хәлфәләргә» - тине. Бән яуап вирҙем: «Монда бик ғалим хәлфәләр ҙә бар, тиҙеләр». Хәҙрәт шулай тине: «Мәҡам ғалимлыҡта тормай. Үҙе башҡа мәҡам ғалимлыҡты беренсеһе. Килегеҙ, юлдаш булып йәшәрбеҙ» - тине. «Ярай, хәҙрәт, фәтихала тор, алла бойорһа, килербеҙ. Хуш, хәҙрәт» - тинем. «Сәфәрегеҙ изге булһын», - тип хәҙрәт доға ҡылып ҡалды.Шунан ҡайтып киттек. Кайтҡас, йыйылдыҡ, ни күргәнде һөйләнек. Йомағала булғайны һөйләгәс, булған халайыҡ бик разый улдылар. һоранылар: «Монан ничә мил була?» - тиеп, «10 милдән артыҡ булмаҫ» - тинем. Шунан дәхи халайыҡ 10 кеше ебәрмәк улдылар. Алар ҙа барып карап ҡайттылар. Бик оҡшатып, алар ҙа Стәрлебаш татарҙарын күрепғәжәбә кылып ҡайттылар. «Аларҙың кейемдәре лә Икенсе, беҙҙеке ғәжәбә кылып ҡайттылар. «Аларҙың кейемдәре лә Икенсе, беҙҙеке кеүек түгел, беҙҙең кейем гел туланан, тун беҙҙә» - тип.
Сәнәи һижриә 1194 сәнәлә, сәнәи миладиә 1780 сәнәлә күсә башланык. Бер йылда күсеп бөттөк. Мал утлатыр әсен бик якшы ер булды. Бәләкәй генә һыу башына ултырҙык. Бик якшы ғына мәкам итә башланык. Утым Искужаға килгәс тә зәүжә алып вирҙем. 'Калкаш ауылынан. Искужа 24 сәнәлә ирҙе. Шунан Стәрлебаш мәҙрәсәһенә төрки теленә уҡытырға хәлфә итеп ҡуйҙылар. Ә үҙе ғәрәби дәрескә кереп уҡый башланы. Башлағанда 1195 сәнәлә бик якшы уҡытты, «даһи хәлфә» тип исем бирҙеләр, Мәҙинә мәҡамы илән укыта, тип Стәрле татарҙары ла күп килә башланы.
Зәйнәғәбдин бине Ғабдулла үҙ ғүмеремдә дәүер һөргән шәжәрә- аманатымды тапшырамын уғлым Искужаға. Тапшырғанда 1212 сәнлә ирҙе.
(Бән Зәйнәғәбдин бине Ғабдулла атамадың дәүер һөргән
шәжәрәһен, телмәрен кабул итеп алдым). Кәрйәбеҙгә исем куштык
«Бөрйән Юлдашы» тип.
Атамдың шәжәрәһен кабул итеп алдым бән Искужа бине Зәйнәғәбдин.
Атам Зәйнәғәбдин вафат улды сәнәи һижриә 1222 сәнәлә, сәнәи
миладиә 1807 сәнәлә.
Силсиләле башҡорт, Ялан Бөрйән ырыуғы,
Искужа бине Зәйнәғәбдин
Тыуғанмын сәнәи һижриә 1171 сәнәлә, сәнәи миладиә 1757 сәнәлә. Тыуған ерем Иҙелдең киблаға ҡарап аккан, төнгә ҡарап акҡан бөгөлмәлә, Көндәктауынан (Көнгәк) 2 мил өҫтә. Ул Иҙел буйынан күсеп барҙык
Торатауҙан кояш сығышына 2 мил кәҙәре ергә. Милек итәбеҙ (мал- менән йәшәйбеҙ) шунда. Күсеп барҙык 1180 сәнәлә, шунан 1193 сәнәлә хөкүмәт тарафынан килеп, беҙҙең Бөрәйән ырыуғҙарын кыуалар, күсергә бер генә йыл миһләт бирҙеләр. Ер эҙләп күсергғ булдылар. Барып ҡайттылар Стәрлетамаҡтан ҡиблаға табан 1 миг
ярым ерҙә, бәләкәй генә һыу башында ер оҡшатып. 1194 сәнәлә күсеп бөттөләр. Бән 24 сәнәлә ирҙем.
Атам Бөрйән ыруғы балаларын уҡытты. Атамда уҡып яҡшы ғын мәғлүмәт алдым. Атам Мәҙинә мәҡамын бик яҡшы өйрәндем. Килгәс тә атам бәңә зәүжә алып вирҙе Талҡаш (Ҡалҡаш) ҡәрйәһенән. Бәғ, 24 сәнәлә ирҙем, зәүжәм Мәрхәбә 20 сәнәлә ирҙе. Шоно йылды уҡ мәҙәрәсәгә йәлеп итте атам хәлфә итеп. Төрки ғилемен уҡытырға хәлфә итеп. Ғәрәби уҡырға үҙем дәрескә керәм хәҙрәттәргә. 1200
сәнәлә Мәрғиҙә ҡыҙым вежүдкә килде. 1204 сәнәлә ғәрәби хәлфә итеп ҡуйҙылар хәҙрәттәр. Ғәрәби уҡыта башланым. 1204 сәнәлә уғлым Тажир донъяға килде, 1208 сәнәлә Заһит уғлым донъяға килде, Сәғид уғлым донъяға килде 1213 сәнәлә. Ғәрәби дәрестән бәнә исем бирҙеләр 1215 сәнәлә әхтәридаһи хәлфә (ғәрәп телен төркигә, төркиҙе ғәрәпкә әйләндерел, тәржемә итеп уҡытыусы) тип. 1218 сәнәлә уғлым Хисмәт доняға килде.Атамдың дәүер һөргән шәжәрәһен ҡабул итеп алдым 1210
сәнәлә. Атам вафат булды 1222 сәнәлә (милади 1807 сәнәлә). Тәберлегә Сәтрлебаш янында Бөрәйән Юлдашы ҡәрйәһендә. Фәтихә өләсәйҙең ҡәберлеге шунда.
Тажип (Таип) уғлыма зәүжә алып бирҙем сәнәи һижриә 1224 сәнәлә, Күндерәк буйы һарайҫа ҡәрйәһенән. 20 сәнәлә ирҙе. Заһит уғлыма зәүжә алып бирҙем Ашҡаҙар буйы Карайса ҡәрйәһенән сәнәи хижриә 1227 сәнәлә. Зәүжәм Мәрхәбә вафат булды 1229 сәнәлә. Мәрхәбә вафатында зәүжә алдым 1230 сәнәлә Ҡабыҡҡыуыш ҡәрйәһенән. Сабира ирҙе исөмө-шәрифе, 36 сәнәлә ирҙе.Шул бакыр ташындағы был Урал тауҙарында мал утлатыр өсөн яҡшы тип, беҙҙең Бөрйән Юлдашы бер-берһен димләшеп, шунда ҡүсмәк тип, ҡәңәш итешделәр. Ауылдар һирәҡ, Ҡаҙан һаны ултыртҡан бер татар ауылы бар Сайылмыш тигән һыу буйында (Йөҙәй, Юзеевка). 5 мил ҡәҙәре әҫтә Мостафа тигән ауыл бар, тиҙәр. 7 мил ҡәҙәре ерҙә Шырлыҡ тигән урыҫ ауылы бар, тиҙәр Сайылмыш һыуы янында. Сайылмыш һыуы башында Яҡут тигән ауыл бар. Бер бәләкәй генә һыу буйында Ялсыҡай тигән ауыл бар. Бүтәнсә һис ауыл юҡ, тип бер- береһен димләп. Был ваҡиғанан һуң бер-ике кеше ебәреп ҡаранылар. Алар оҡшатып ҡайттылар. Тауҙар күп, малдар утларға бик яҡшы, тип күсәйек, тиҙәр. Был ваҡиға 1232 сәнәлә, милади - 1820 сәнәлә.1234 сәнәлә күсеп киттек! Бер йылда күсеп бөттөк. Бөрйән Юлдашы Төрөшлө һыуында утырғанда 138 ғаилә ирҙе. Күсеп барғас,
бер бәләкәй һыу буйында 3 ауыл булып ултырҙылар. Үрге Бөрәйн Юлдашы, 1 мил аҫта Урта Бөрйән Юлдашы, тип, андан дәхи 1 мил аҫта Түбәнге Бөрйән Юлдашы тип йөрөгәндәр. Күсеп килгәс тә Сәғиткә Яҡут ауылынан зәүжә алып бирҙем. 21
сәнәлә ирҙе.Тажип нәфескә әүерәп, малға хирес булып, уҡыманы. Заһит аҙ
ғына уҡымышлы. Сәғит аҙ уҡыны. Хисмәт уҡыманы. Мал өсөн хирес (дәртле) булдылар.Был һыуға яҙ бик яман ташҡас, исем бирҙеләр, тилергәнгә
«Тиләгәзе» тип.1234 сәнәлә йылҡы малым 54 данә ирҙе. һыйыр малым 10 данә
ирҙе. 1236 йылда Тажип уғлымды фираҡ ҡылдым. Аңа ла 10 йылҡы, 4һыйыр бирҙем.
1237 сәнәлә зәүжә алып бирҙем Хисмәтуллаға Ялсыҡай көрйәһенән. 19 сәнәлә ирҙе.
Мәһәҙи уғлым донъяға килде сәнәи һижриә 1224 сәнәлә, сәнәи миладиә 1809 сәнәлә. Мәхмүт уғлым донъяға килде сәнәи һижриә 1228 сәнәлә, сәнәи миладиә 1813 сәнәлә.
1230 сәнәлә йәйләүгә барҙык Сайылмыш буйында Ялсыкай һыуы Сайлымышка кушылған ерҙә. Якут ауылы илән бергә беҙҙең Бөрәйән Юлдаштары Ҡәлғә тауында бергә йәйләнек.Бер ай бергә булып, Якут Ялсыкай ауылы Сайлымыштан Якуттан
еҫтә барып йәйләйҙәр. Беҙҙең Бөрәйән Юлдаштары мил ярым бире килеп бәләкәй генә һыу буйында йәйләйҙәр. Беҙ - Ҡыҙыл Яр аҫтәндә, өсөнсө йәйләү - Урал Аҫты Күл һыуында. Шунан ыҙмаға ҡайтабыҙ. Шулай итеп, биш йыл йәйләүгә сығып йөрөнөк. Сәнәи һижриә 1235 сәнәлә хөкүмәт тарафынан, һеҙҙең башҡорттарға ер үлсәп бирәбеҙ, тип, Ырымбур шәһәренән килеп, өс Бөрәйән ауылына Урал тауы буйынан 5 мил оҙонлоҡта, ярты мил киңлектә ер үлсәп биреп киттеләр. Шошо көндә булған ир йәненә рәүез (ер бүлеү ревизияһы; бүленгән ер) кала килде. Шул йылда ук беҙ йәйләгән ергә урыҫтар килеп ултырҙы. Беҙҙең халайыҡ йәйләп йөрөгәндә һыуға һайыҫҡан ултырғанға «һайыҫканлыҡ» тип исем бирҙеләр. Урыҫтар ҙа килеп ултырғас
«Сайысҡан» тип йөрөнөләр.Түбәнге Бөрәйн Юлдашы эргәһендә лә урыҫтар килеп
ултырҙылар (Булгород). Был ваҡиға сәнәи һижриә 1244 сәнәлә ирҙе, сәнәи миладиә 1828 сәнәлә. Монана һуң йәйләүгә сығып булманы. Ғәллә (иген) сәсергә
башланык. Хөкүмәт ҡаты тота башланы. Якут ауылында бер һәйәт (ойошма) асты. Хөкүмәт аңа исем бирҙе «Бөрәйән волосы» тип.
Беҙҙең Бөрйән Юлдашы өсөһө лә шунда каранылар. Сәнәи һижриә 1244 сәнә ирҙе, милади 1828 сәнә.Мәһәҙи уғлыма зәүжә алып бирҙем Көйөргәҙе буйы Кинйә
кәрйәһенән, 1243 сәнәлә.Сәғит уғлымды фирак ҡылдым. 10 йылкы, 4 һыйыр бирҙем. Сәнәи миладиә 1823 сәнәлә ирҙе.Хисмәтте фирак кылдым 1248 сәнәлә, сәнәи миладиә 1833 сәнәлә. 5 йылкы, 4 һыйыр бирҙем. Мәһәҙи уғлымды фирак кылдым 1254 сәнәлә. 5 йылкы, 4 һыйыр бирҙем.Мәхмүт уғлыма зәүжә алып бирҙем 1249 сәнәлә Ашҡаҙар һыуы буйы Сытырман ҡәрйәһенән. Бәлхис исеме - Шәрифе. Үҙ ғүмеремдә дәүер һөргән шәжәрәмде уғлым Мәхәҙигә тапшырамын сәнәи хижриә 1263 сәнәлә, сәнәи миладиә 1847 сәнәлә. Тапшырғанда бәңә 90 сәнә ирҙе.
Бән Мәхәҙи бине Искужа атамдың уҙ ғүмерендә дәүер һөргән
шәжәрәһен кабул итеп алдым. Мәктүбә телмәрен.
1 мил-8 км.
1727 йыл -1140 сәнә
1753 йыл -1160
1779 йыл -1180
1796 йыл -1193
1798 йыл -1195
Ялан бөрйәндәре төйәге
Юлдаш ауылына – 165 йылҠайҙа ғына йәшәһәк тә, һәр ҡайһыбыҙ күңелебеҙ менән тыуған яғыбыҙҙан айырылғыһыҙ. Йөрәк түрендә уның менән бәйле иң йылы хәтирәләрҙе, хистәрҙе һаҡлайбыҙ. Йәшәй-йәшәй тыуған ауылыбыҙҙың тарихы, уның халҡы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына барабыҙ, ололарҙың һөйләгәнен дә башҡа төрлө ҡабул итәбеҙ, ҡәҙерен белә башлайбыҙ. Федоровка районындағы Юлдаш ауылы Бөрйән ырыуына ҡарай. Ул бик ҙур ырыу һаналған. Халҡы ҙур-ҙур ауылдар булып йәшәгән, хандары ла булған. Карателдәр ауылдарын емереп, тотошлай яндырғас, улар Ирәндек тауы буйынан Бөрйән яғына килеп, Ҡушкүл эргәһенә урынлашҡан. Мал үҫтереп, һунарға йөрөп көн күргәндәр. Тик һаман да карателдәр талап аптыратҡан, малдарын ҡыуып алып киткәндәр, ҡураларын яндырғандар. Шуға ла һуңынан, бөрйән-ҡыпсаҡ ырыуҙары менән бергә ҡушылып, ҙур ауылдар хасил булған. Батша ауылдарҙан һалым йыйырға үҙенең офицерҙарын ебәргән. Улар һалымды башҡорттарҙан йыйып, ылау менән ҡалаға оҙаттырған. Брагин фамилиялы офицер, көн дә бер ҡыҙҙы алып, Ҡушкүлдә кәмәлә йөҙөп, ял итергә ғәҙәтләнгән. Бер ҡарттың бер улы һәм бер ҡыҙы булған. Был юлы Брагин шул ҡыҙҙы һайлаған, һәм кәмәлә йөҙөп киткәндәр. Ағаһы уҡ-йәйә алған да уларҙың кире килеүен ағас араһына йәшенеп көтөп торған. Кәмә ярға етәрәк, ағаһы Брагинға уҡ менән атҡан. Теге һыуға йығылып төшөп, батып үлгән. Ағаһы хәлде ҡайтып атаһына һөйләгән. Бик абруйлы булған атаһын халыҡ тыңлаған һәм шул төндә бөтәһе лә күтәрелеп, хәҙерге Күгәрсен районы яҡтарына ҡарай юл тотҡан. Етегә бүленеп, көтөү-көтөү малдарын ҡыуғандар. Ҡыҙыл Мәсет ауылы янына (хәҙерге Мораҡ ауылы) килеп туҡтағандар. Бер нисә көн тирә-яҡта урын эҙләгәндән һуң, ете ауыл булып таралып ултыралар: Мотал, Түкән, Таймаҫ, Юлдаш, Ялсыҡай, Яңы Бесәнсе, Яҡут. Күсенгәндә бүленеп йөрөгәс, халыҡ тарафынан Юлдаш өс төрлө атала башлай: Үрге, Урта, Түбәнге. Юлдаш ауылы Мәләүез районының Көнгәк тауы янына килеп урынлашҡас, көтөүлектәр аҙ булыу сәбәпле, икегә бүленәләр: 1723 йылда Үрге һәм Урта Юлдаш Туҡсоран буйына, ә Түбәнгеһе 1766 йылда хәҙерге Ишембай районындағы Торатау буйына китә. Ләкин бында ла тыныс ҡына донъя көтә алмайҙар – улар йәшәгән урында руда табыла. 13 йыл йәшәгәндән һуң, халыҡты унан да ҡыуалар. 1780 йылда Юлдаш халҡының бер өлөшө (һуңыраҡ улар Түбәнге Юлдаш тип атала) Ағиҙелдең һул яғына сығып, Ашҡаҙар уға ҡойған ерҙә төпләнә. 1806 йылда Үрге Юлдаш менән Урта Юлдаш Ырымбур өлкәһенең хәҙерге Шарлыҡ районына ҡараған Богородский һәм Пародеево ауылдарының уртаһында, Тиләгәҙе йылғаһының Һалмыш йылғаһы тамағында урынлаша. Богородский һәм Пародеево ауылдары барлыҡҡа килеп, унда урыҫ халҡы урынлашҡас, улар һыуҙы бысрата тип, бөрйәндәр 1822 – 1823 йылда Тиләгәҙе йылғаһы буйлап ун саҡрым үргәрәк күсенә. 1850 –1852 йылдарҙа юлдаштар йәшәгән урынға староверҙар ҙа (“сталабир” тип йөрөттөк) килеп төпләнә, һәм ул урын “Красный хутор” тип атала. 1852 йылда Үрге һәм Урта ауылдар әлеге Юлдаш ауылына күсенеп килә. Йорт һалып йәшәй башлайҙар. 1854 йылда ауылда беренсе мәсет төҙөлә. Уны һалғанда буйға оҙон, баһадир кәүҙәле (ул ҡунаҡҡа килгәндә хатта ишек яңаҡтарын алып индергәндәр), тирә-йүндә бер һабантуйҙа ла бил бирмәгән Ғимран исемле егет мәсет башына 150 кг тупраҡты бер юлы күтәреп алып менгән. Мәсеттә иң беренсе имам-хатип Мөҙәрис Мөхәмәтхажи бин Алтынсура Юлдаши (1822 йылда тыуған) булған. Ул Хажимулла исеме менән шиғырҙар баҫтырған. Ҡарттар әйтеүенсә, “Йыраҡ-йыраҡтарҙан, һай,күренә Ирәндеккәй тауҙың аҡ ташы. Ҡайҙа ғына бармай,ниҙәр күрмәй Ир-егеткәй менән ат башы, тигән юлдар ҙа Хажимулланыҡы. Унан һуң мәсеттә Абдулла мулла имам була. Уның йорто һуңынан мәсет булып хеҙмәт итә. Артабан Ҡорбан Ҡыҙрасов, Хәсән Байегетов, Усман-Хәким Ташбулатов мулла була. Мәсетте аҙаҡ Иҫке Михайловкаға күсереп клуб итеп һалалар. Урта ауылдың мәсете 1877 йылда һалынған. Мулла булып Оло Сытырмандан Сәфиулла Иҫәнғолов килгән. Революция башланғас, ауылына кире ҡайтып киткән. Революциянан һуң Зәйләғи Байегетов, Хәйретдин Зәйнәғәбдинов, Ғәйнетдин Атйетәров, Ҡорбанғәли Әлибаев, Әҙһәм Әлибаев, Кәрим Атйетәров мулла була. 1873 йылда Түбәнге Юлдаш ауылынан күсеп киләләр һәм, халыҡ мәсеткә һыймағас, икенсе мәсет төҙөйҙәр, әле уның бинаһы – иҫке клуб. Өлфәт Ҡобағошовтың китабы буйынса, 1859 йылда Үрге ауылдан 86 ир, 65 ҡатын Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылына күсенгән. Урта Юлдаштан ете ир, алты ҡатын Мотал ауылына киткән. 1864 йылдан алып Юлдаш ауылы ҡараған Таймаҫ улысының башында старшина булып Йыһангир Ураҙбаев, үрәтник Ҡорбанғәли Ҡыҙрасов, уның улы үрәтник Ғәйзулла Ҡыҙрасов хеҙмәт иткән. Юлдашҡа атаһы менән күсеп килгән Ғәйзулла хеҙмәт баҫҡысынан яйлап күтәрелеп, Ырымбур өлкәһендә Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Ул Көйөргәҙе районының Яманғол ауылынан Баймөхәмәт Яманғоловты күсереп алып килә лә үҙенең күсере итә. Һуңынан Баймөхәмәт ауыл старшинаһы булып китә. Революция башланғас, Ғәйзулла Ырымбурҙан казак һалдаттарын килтереп, совет власын урынлаштырып йөрөгән ауыл активистары Юлдашбаевтарҙы Шарлыҡ ауылына алып китеп, атып үлтерткән. Юлдаш ауылы Ырымбур өлкәһенә ҡараған. Ҡыҙылдар килгәс, Хәмиҙулла Юлдашбаев – рәйес, Зәйләғи Байегетов – сәркәтип, Хәйретдин Зәйнәғәбдинов комендант итеп тәғәйенләнә. Ғәйзулла Ҡыҙрасов Ырымбурға дүрт йөк ит, май, он ебәрергә йыйына. Хәмиҙулла, Хәйретдин, Зәйләғи йәштәрҙе ойоштороп, Мостафа Зәйнәғәбдиновтың йортонда (уның йорто ауылдан сыҡҡан урында) йөктәрҙе ҡарауыллап, иртәгәһенә Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡыҙылдарға оҙаталар. Ғәйзулла ете һалдатты алып ауылға ҡайта ла ҡыҙылдарға ярҙам итеүселәрҙе берәм-берәм саҡырта, һәр ҡайһыһына 25-әр мең һум (бер ат хаҡы) штраф түләргә ҡуша. Түләүселәр булмағас, уларҙы таш һарайға яптырып ҡуя. Бер аҙнанан, ҡыҙылдар баҫып алғас, Ғәйзулла йәш ҡатыны һәм өс балаһы менән ҡасып китә. Улар бик оҙаҡ йөрөп, яфалы юл үтеп, Ҡытайға тиклем барып сыға. Юлда алып киткән байлыҡтары бөтә, ашарҙарына булмағас, һуңғы сиктә йылан тотоп ашағандар. Ғәйзулла үлгәс, ҡатыны балалары менән Фрунзе ҡалаһына ҡайтып йәшәй. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ауылға ҡайтҡандарында, әсәйем уларҙы сәйгә саҡырғанда, шулай тип һөйләгәндәре хәтеремдә. Ғәйзулланың ауылда тәүге ҡатыны – Абдулла мулланың ҡыҙы Минкәс ҡыҙы Кәримә менән тороп ҡала. Һуңынан Кәримә инәйҙең улы Шәфҡәт Зәйнәғәбдинов “Новая жизнь” колхозында – бригадир, Юлдаш ауылы “Урал” колхозы булғас, уның рәйесе булды. Революциянан һуң Ирғәли Мерәҫов тәүге колхоз ойоштора. Бик уҫал кеше була. Ул район үҙәге Федоровка ауылынан ҡайтышлай ҡаты һыуыҡта туңып үлә. Унан һуң бер рус кешеһе “Политотдел” исемле колхоз ойоштора. Уны аҙаҡ районға эшкә алалар. Аҙаҡ Хәйретдин Зәйнәғәбдинов, Зәйләғи Байегетов, Хәмиҙулла Юлдашбаев рәйес була. Һуңғыһы эшләгән ваҡытта колхоз “Ҡыҙыл Урал”ға әйләндерелә һәм унда Әбдрәхим Ирәлин, Мөхәмәтғәли Мерәҫов, Рамаҙан Йәнебаев рәйеслек итә. 1948 йылда Башҡорт АССР-ы – Министрҙар Советы Ишембай – Ермолаевка тимер юлын төҙөргә ҡарар сығара. Юл полотноһын күтәреү өсөн яҡын район ауылдарының халҡы йәлеп ителә. Һәр бер колхозға, бригадаға, ауылға тимер юл полотноһын күтәреү бурысы йөкмәтелә. Беҙҙең ауылға – “Ҡыҙыл Урал” колхозына – Ҡотош ауылы ҡаршыһында участка тура килә.1949 йылдың йәйендә колхоз рәйесе Хәмиҙулла Юлдашбаев, 17-18 йәшлек 15 егет һәм ҡыҙҙы, бригадир итеп Хәсиәт Уразбаевты тәғәйенләп, аҙыҡ-түлек тейәп, “Балаларҙы ҡара, ас булмаһындар”, – тип иҫкәртеп, эшкә ебәрә. Ирҙәрҙән Факил Зәйнәғәбдинов, Әхтәм Кинйәбаев, Әҙһәм Әлибаев, Ғайса Кинйәбаев, Миңлемырҙа Мерәҫов, ҡатындарҙан Сәрбиямал Ҡыуандыҡова, Зөләйха Кинйәбаева, Фәниә Ямағолова, Маһира Әлибаева, Сәмәрә Ташбулатова, Нәзиә Зәйнәғәбдинова һәм башҡалар, ҡыуыш ҡороп, шунда йәшәй. Көн эҫе булғанға, аҙыҡ-түлек боҙолоп, иттәре ҡортлап бөткәс, ондо ыумас итеп, шуны ғына бешереп ашап, ас булһалар ҙа, 100 метр араны көрәк менән ҡаҙып, носилка, ат бистаркаһы менән ташып, ағас түмәрҙәр менән төйөп, тыңҡыслап, киңлеге 6 метр, бейеклеге 3-4 метрға еткән тимер юл полотноһын 40 көн эшләп, тапшырып ҡайталар.1955 йылда “Ҡыҙыл Урал” колхозы Батыр ауылының “Большевик” колхозына ҡушыла. Сәйҙәш Ибәтуллин уның рәйесе була. Башҡортостанда “Сәйҙәш” йыр-бейеү төркөмө бар, ул уның исеме менән аталған. Ул Юлдаш ауылында 130 метр оҙонлоғонда ферма һалдыра. Унан һуң башмаҡтар өсөн тағы бер ферма төҙөтә. Тирмән һалыр өсөн таш килтереп стенаһын күтәрәләр, ләкин төҙөп бөтөрә алмайҙар. Һуңынан “Большевик” колхозын Иҫке Михайловка ауылының “Новая жизнь” колхозына ҡушалар. Бындай үҙгәрештәр Юлдаш ауылының артабан үҫешенә тотҡарлыҡ була. Бәләкәй генә йомоштарҙы ла хәл итер өсөн, 13 километр алыҫлыҡтағы Иҫке Михайловка ауылына барып, колхоз етәкселегенә баш эйеп, үтенергә мәжбүр инек. Ул ваҡытта юл юҡ, халыҡ “Беларусь” тракторының арбаһына ултырып, ҡышын да, йәйен дә юл йөрөнө. Юлдаш ауылына район һәм колхоз етәкселеге лә иғтибар бирмәне. Ә мал үрсетеү, иген үҫтереү, сөгөлдөр сәсеп уны эшкәртеү колхоздың Юлдаш бригадаһына йөкмәтелде. Бөтөн эш ҡул көсө менән башҡарыла, техника Батыр һәм Михайловка ауылдарында тупланған. Йөкмәткене үтәмәһәң – ҡаты шелтә. Ауыл бригадаһының йөк ташыу эштәрен күпселек осраҡта ”Беларусь” тракторы менән башҡарҙылар. Тракторсылар Әҙһәм Әлибаев, Миңләхмәт Йәйҡаров, Рәхмәт Йәнебаев, Радик Мырҙабаев кистән йөк тейәп ҡуйып, иртән Мәләүез, Күмертау ҡалаларына юлланып, кирегә күмер, утын, сөгөлдөр жомы йә ҡатнаш мал аҙығы тейәп ҡайта торғайны. Ә юл йөрөгән кешеләр шул йөк башына ултырыр булды. Ауылда бер социаль төҙөлөш тә алып барылманы, бөтөн төҙөлөш Батыр һәм Михайловка ауылында башҡарылды. Хатта юлды ла Юлдаш ауылына төҙөп еткермәйҙәр, сөнки ауылды перспективаһыҙҙар рәтенә керетеп ҡуялар. Хәҙер иһә Батыр, Михайловка ауылдары шул хәлгә ҡалған: урта мәктәптәр, клубтар ябылған, йәштәр ҡалаға китеп бөткән, ауылда ҡарт-ҡоро ғына йәшәй. Юлдаш ауылында 1967 йылға тиклем дүрт йыллыҡ мәктәп булды. Унда уҡытыусылар Мәғәфүрә Насирова, Йомабикә Усманова уҡытты. Улар заманына ҡарата алдынғы педагогтар ине. 1966 йылда Юрматы ауылының иҫке ағас мәктәбен Юлдаш ауылына күсереп һалдылар. 1978 – 1983 йылдарҙа белем усағына мин дә етәкселек иттем. Уға тиклем директорҙар Закир Хәлитов, Тимерҡаҙыҡ Әхмәров, Йомабикә Усманова, Абдулхаҡ Иҫәнғолов, Рифат Иҫәнғолов булды. 1980 йылда район һәм колхоз етәкселәренең ауылға булған мөнәсәбәтен тәнҡитләп, юл, емерелеп килгән мәктәп тураһында еткереп, 27 имза ҡуйып, партияның өлкә комитетына хат яҙҙыҡ. Ошо хатты тикшергәндән һуң, обкомдың ҡушыуы буйынса партияның Федоровка район комитеты Юлдаш ауылында ике ҡатлы типовой кирбес мәктәп төҙөргә, юл һалырға ҡарар сығара, һәм был эштәр райондың төҙөлөш планына индерелә. Шулай итеп, 1984 – 1986 йылдарҙа Юлдаш ауылында юл һалына, мәктәп төҙөлә.1983 йылда Мәләүез ҡалаһына район электр селтәрҙәренә эшкә күскәс тә, ауылға ярҙамымды өҙмәнем. Юлдаш ауылында 1998 йылда мәсет асылғас, баш инженер булып эшләгән сағымда, Күмертау электр селтәрҙәре аша мәсет манараһы эшләтергә булышлыҡ иттем. Юлдаш ауылы халҡы хәҙерге көндә ҡала халҡынан бер ҙә кәм йәшәмәй: ауылда урта мәктәп, интернет селтәренә тоташтырылған электрон базалы китапхана, һәр йортта Интернет, кабель телевидениеһы, телефон, газ-һыу үткәрелгән. Иртә һайын егәрле хужаларҙың ҡураларынан тиҫтәләгән баш һыйыр малы сығып, көтөүгә китә. Шуға күрә ауыл халҡы, йәштәр ҡалаға сығып китергә атлыҡмай, үҙ ауылында йорттар һалып, мал аҫрап донъя көтә. Был ауылда рухлы, динде ташламаған, мәсеткә олоһо ла, бәләкәйе лә йөрөгән халыҡ йәшәй. Шундай бай тарихлы ауылдың киләсәге яҡты, тырыш халҡы етеш тормош көтөп, хәҙерге баҙар шарттарына яраҡлашып, бәхетле тормошта йәшәр тип ышанғы килә.Бөгөн Юлдаш ауылы халҡын борсоған мәсьәлә – клуб. Ул үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында төҙөлә башлағайны. Яртылаш төҙөп тә ҡуйғайнылар. Бына ун биш йылдан ашыу ул шул хәлдә ҡала килә. Район хужалары төҙөп бөтөрөргә лә вәғәҙә биргәйне. Юлдаш ауылының 165 йыллыҡ юбилейы йылында был мәсьәләнең дә хәл ителеренә ышанабыҙ.
Автор: Әғләм ӘЛИБАЕВРайон: Федоровка районы.

Приложенные файлы

  • docx 15777599
    Размер файла: 52 kB Загрузок: 1

Добавить комментарий